+8 °С
Ясно
Милли проекттар
21 Декабря 2021, 07:15

365 мәктәпкә ремонт яһала

Башҡортостандан 365 мәктәп Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған 2026 йылға тиклем дөйөм белем биреү учреждениеларына капиталь ремонт яһау буйынса федераль программаға ингән. Федераль субсидия күләме буйынса республика Дағстандан һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала өсөнсө килә.

365 мәктәпкә ремонт яһала365 мәктәпкә ремонт яһала
365 мәктәпкә ремонт яһала

Башҡортостандан 365 мәктәп Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған 2026 йылға тиклем дөйөм белем биреү учреждениеларына капиталь ремонт яһау буйынса федераль программаға ингән. Федераль субсидия күләме буйынса республика Дағстандан һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала өсөнсө килә.

 

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

– Программаға беҙҙең бөтә ғаризалар ҙа индерелгән. Мәктәптәрҙә  14 төрлө комплекслы яңыртыу эштәре үткәрелә. Уларҙың нигеҙе, ҡыйығы, түбәләре, иҙәндәре, баҫҡыстары, тәҙрәләре, ишектәре, елләтеү, һыу менән тәьмин итеү, канализация системалары һ.б. яңыртыла. Бынан тыш, һәр береһе алты миллион һумлыҡ техник белем биреү саралары менән йыһазландырыла, – ти Айбулат Хажин.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас