+9 °С
Облачно
Милли проекттар
16 Декабря 2021, 08:21

Интерактив робот – китапхана хеҙмәткәре

Стәрлетамаҡ районының Наумовка модель китапханаһында интерактив “хеҙмәткәр” – робот эшләй. Ул китапхана буйынса экскурсиялар үткәрергә ярҙам итә, һорауҙарға яуап бирә, килеүселәргә китап уҡый, уларҙы тәҡдим итә, йырлап күрһәтә, төрлө сараларҙа ҡатнаша. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Интерактив робот – китапхана хеҙмәткәреИнтерактив робот – китапхана хеҙмәткәре
Интерактив робот – китапхана хеҙмәткәре

Стәрлетамаҡ районының Наумовка модель китапханаһында интерактив “хеҙмәткәр” – робот эшләй. Ул китапхана буйынса экскурсиялар үткәрергә ярҙам итә, һорауҙарға яуап бирә, килеүселәргә китап уҡый, уларҙы тәҡдим итә, йырлап күрһәтә, төрлө сараларҙа ҡатнаша.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

14 декабрҙә китапхана хеҙмәткәрҙәре Наум исемле аҡыллы робот менән бергә “Грамматик калейдоскоп” үткәрҙе. Балалар грамматика һәм яҙыу буйынса күнегеүҙәр башҡарҙы. Наум менән бергә лингвистик йомаҡтар сисеү, уйындар уйнау, конкурстарҙа ҡатнашыу барыһына ла оҡшаны, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

“Китапханабыҙ заманса белем биреү майҙанына әйләнде. Уҡыусылар бында робот Наум менән бергә уйын һәм интерактив рәүештә белемен киңәйтә. Һөйкөмлө китапхана “хеҙмәткәрен” ауыл кешеләре лә яратты”, – ти Наумовка мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фатима Рәхмәтуллина.

Робот “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә алынған.

Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас