+19 °С
Облачно
Милли проекттар
16 Декабря 2021, 11:01

Икмәк бешереү – изге эш

Хәйбулла районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә икмәк бешереүселәр ниәттәре менән уртаҡлашты. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Икмәк бешереү – изге эшИкмәк бешереү – изге эш
Икмәк бешереү – изге эш

Хәйбулла районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә икмәк бешереүселәр ниәттәре менән уртаҡлашты.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Гөлсәсәк һәм Илшат Дәүләтҡоловтар, кәрәкле ҡорамалдар алып, бизнесын үҫтерергә теләй. Аҡъярҙағы “Ҡамыр батыр” икмәкханаһы бешергән ризыҡтар ҙур һорау менән файҙалана.

Зилә Солтанова “Тандыр-Хан” икмәкханаһында шулай уҡ икмәк-булка ризығы бешерергә йыйына. Үҙ аҡсаһына сеймал менән ҡорамалдар алған һәм сығымдарының бер өлөшөн кире ҡайтарырға ниәтләй.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусыларға инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы саралары күрһәтеү мөмкинлеген хәл итергә ҡушылды, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ  башланғысына булышлыҡ” милли проекты күрһәткестәрен күтәрергә ярҙам итә.

Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас