+13 °С
Облачно
Милли проекттар
15 Декабря 2021, 06:43

Офистарҙа – эшкә һаҡсыл ҡараш

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә “Офис процестары фабрикаһы” асылды һәм сертификацияланды. Хәҙер хеҙмәт һөҙөмтәһен предприятиеларҙың инженер-техник персоналы ғына түгел, офис хеҙмәткәрҙәре лә күтәрә ала. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Офистарҙа – эшкә һаҡсыл ҡарашОфистарҙа – эшкә һаҡсыл ҡараш
Офистарҙа – эшкә һаҡсыл ҡараш

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә “Офис процестары фабрикаһы” асылды һәм сертификацияланды. Хәҙер хеҙмәт һөҙөмтәһен предприятиеларҙың инженер-техник персоналы ғына түгел, офис хеҙмәткәрҙәре лә күтәрә ала.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

“Офис процестары фабрикаһы”нда тренерҙар хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡсыл етештереү инструменттарына, ғәҙәти эштәрҙе башҡарғанда һөҙөмтәне арттырыу серҙәренә өйрәтә. Ҡатнашыусыларға документтар менән эшләү, офистарҙы бәләкәсәйтеү хаҡында һөйләйҙәр, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты хаҡында ентеклерәк  производительность.рф һылтанмаһы буйынса белергә мөмкин.

Фото – БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас