+7 °С
Ясно
Милли проекттар
14 Декабря 2021, 04:14

Яңы йылды – яңы фатирҙа

Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү адреслы программаһы буйынса эштәр дауам итә. Совет һәм Октябрҙең 50 йыллығы урамдарындағы күп ҡатлы йорттарҙа 32 фатир әлеге программа буйынса тапшырыла. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан  

Яңы йылды – яңы фатирҙаЯңы йылды – яңы фатирҙа
Яңы йылды – яңы фатирҙа

Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү адреслы программаһы буйынса эштәр дауам итә. Совет һәм Октябрҙең 50 йыллығы урамдарындағы күп ҡатлы йорттарҙа 32 фатир әлеге программа буйынса тапшырыла.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Йорттар 2020 йылда һалына башлаған. Әле бөтә төҙөлөш-монтаж эштәре тамам.  Үрге Йәркәйҙә Чеверев, Куйбышев, Коммунистик урамдарында урынлашҡан өс йортта йәшәгән 70 кешене күсереү кәрәк. 

БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған фатирҙарҙан граждандарҙы күсереү программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Ул 2019 йылдан алып 2023 йылғаса бара һәм дүрт этапҡа бүленеп башҡарыла.

Программа буйынса 19 муниципаль берәмек биләмәһендә 134 авария хәлендәге йорттан кешеләрҙе күсереү ҡаралған. Был, 2,8 мең кеше торлаҡ шартын яҡшырта, тигән һүҙ. Был маҡсатта 1,82 миллиард һум аҡса бүленә.

2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған фатирҙарҙан граждандарҙы күсереү программаһын тормошҡа ашырыу “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли программаһы сиктәрендә башҡарыла.

Фото –  БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас