

Көйөргәҙе районынан Әнүәр Усманов үҙен ауыл хужалығынан башҡа өлкәлә эшләй икән тип күҙ алдына ла килтерә алмай. Эшенә төплө ҡарауы уға 2021 йылда 16,2 миллион һумлыҡ “Ғаилә фермаһы” грантын оторға ярҙам итә.
Был аҡсаға ғаилә 150 баш мал, комбайн, башҡа кәрәк-яраҡ ала. Һөт етештереү эшен яйға һалыу – иҫәптәре.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
– Иң мөһиме – күңелде төшөрмәй, уңышҡа ышанып эшләргә. Ярты юлда туҡтап ҡалмаҫҡа. Ғаиләм миңә һәр яҡлап ярҙам итә, – тип бүлешә Әнүәр Усманов.
– 2021 йылда республикала иң яҡшы ғаилә фермаларына 253,4 миллион һум грант ярҙамы йүнәлтелде. Дәүләт ярҙамы алыуға конкурста 28 фермер еңеп сыҡты. Конкурста эшен яйға һалған, уны үҫтереү хаҡында хәстәрләгән фермерҙар ҡатнашыуын билдәләп үткем килә, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов.
2021 йылда Башҡортостандың ауыл хужалығы эшҡыуарлығы субъекттарына 620 миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы күрһәтелгән, уның күп өлөшө – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
“Ғаилә фермаһы” грантының максималь суммаһы – 30 миллион һум. Ул проект хаҡының 60 процентынан артмаҫҡа тейеш. 40 процентын ҡатнашыусы үҙе һала. Грант юллаған кешенең һалым буйынса бурыстары булмауы шарт. Шулай уҡ ул ауыл ерендә кәмендә өс кешегә эш урыны булдырыуҙы бурыс итеп ала.
Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.