+7 °С
Ясно
Милли проекттар
10 Декабря 2021, 08:09

Йәштәр – патриоттар

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә иң яҡшы хәрби-патриотик клубтар билдәләнде. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Йәштәр – патриоттарЙәштәр – патриоттар
Йәштәр – патриоттар

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә иң яҡшы хәрби-патриотик клубтар билдәләнде.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Йыл дауамында 19 команда үҙ-ара төрлө дисциплиналарҙа ярышты, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.. Һөҙөмтәлә иң яҡшыһы тип  161-се лицейҙың “Витязь-Юниор” хәрби-патриотик клубы танылды. Икенсе урынды  “Дуҫлыҡ” балалар ижады йортоноң “Голубые молнии” клубы алды. Өсөнсө урынға “Ал елкәндәр” йәштәр клубы берләшмәһенең “Булат” хәрби-патриотик клубы лайыҡ булды.

XIII “Иң яҡшы хәрби-патриотик клуб” ҡала конкурсы “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә үтә. Сараны Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты ойошторҙо.

Фото –  Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас