+14 °С
Облачно
Милли проекттар
9 Декабря 2021, 07:29

Хәләл продукцияһы етештереү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе

“Инсафлы мода. Баҙарҙа үҫеш тенденциялары, донъяның төп импортерҙары, хәләл кейемен сертификациялау” вебинарында мосолман тауарҙары һатыу үҙенсәлектәре хаҡында һүҙ барҙы. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәләл продукцияһы етештереү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһеХәләл продукцияһы етештереү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе
Хәләл продукцияһы етештереү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе

“Инсафлы мода. Баҙарҙа үҫеш тенденциялары, донъяның төп импортерҙары, хәләл кейемен сертификациялау” вебинарында мосолман тауарҙары һатыу үҙенсәлектәре хаҡында һүҙ барҙы.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

– Хәләл индустрияһы үҫеше, бындай маркалы продукция етештереү Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Бөгөн “Хәләл” стандартлы продукция –  ислам нормалары талаптарына яуап биргән тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа булыуын гарантиялап, документ ярҙамында дәлилләү ул. Сертификатлау үтеү ҡулланыусының лояллеген арттыра, етештереүсенең абруйын күтәрә, – ти БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Вебинарҙы Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә ойошторҙо, тип хәбәр итә БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Сара барышында мосолман тауарҙары һатыу, хәләл сертификаты үҙенсәлектәре, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы саралары, экспорт мөмкинлектәре һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

Фото –  БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас