+21 °С
Облачно
Милли проекттар
7 Декабря 2021, 10:17

Теләктәре – ҙур, ниәттәре – матур

Хәйбулла районында үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә өс проект ҡаралды. Кемдер фотостудияһына яңы ҡорамалдар алырға уйлаһа, икенселәр хужалығында һыйыр малын арттырыу мәшәҡәте менән яна, өсөнсөләр сәскә кибете асыу хаҡында хыяллана. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Теләктәре – ҙур, ниәттәре – матурТеләктәре – ҙур, ниәттәре – матур
Теләктәре – ҙур, ниәттәре – матур

Хәйбулла районында үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә өс проект ҡаралды. Кемдер фотостудияһына яңы ҡорамалдар алырға уйлаһа, икенселәр хужалығында һыйыр малын арттырыу мәшәҡәте менән яна, өсөнсөләр сәскә кибете асыу хаҡында хыяллана.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Бындай кәңәшмәләр районда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, шулай уҡ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә күрһәткестәрҙе арттырыуға йүнәлтелгән, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Шәхси эшҡыуар Дарья Жукова Аҡъярҙағы фотостудия өсөн кәрәкле ҡоролмалар алыу буйынса проекты менән бүлеште.

Баҡал ауылынан Ирғәле Боҫҡонов хужалыҡҡа эре мөгөҙлө мал алыуға киткән сығымын кире ҡайтарырға ниәтләй. Ул һөт етештереү менән шөғөлләнә.

Фидалия Ишемғолова йылытмала сәскәләр һәм үҫентеләр үрсетә. Ул район үҙәгендә сәскә магазины асырға теләй. Бының өсөн байтаҡ яңы ҡорамалдар кәрәк.

Район хакимиәте ҡатнашыусыларҙың тәҡдиме буйынса эштәрҙе ҡарап, ярҙам күрһәтеү яғында.

Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас