+23 °С
Ясно
Милли проекттар
7 Декабря 2021, 10:47

6700 уҡыусы ҡатнашҡан

Өфөлә “Киләсәккә билет – 2021” профориентация проекты тамамланды. Унда 31 мәктәп ҡатнашты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

6700 уҡыусы ҡатнашҡан6700 уҡыусы ҡатнашҡан
6700 уҡыусы ҡатнашҡан

Өфөлә “Киләсәккә билет – 2021” профориентация проекты тамамланды. Унда 31 мәктәп ҡатнашты.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Бөтә Рәсәй профориентация дәресендә барыһы 6700 бала ҡатнашты. Улар проекттың мөмкинлектәре менән танышты, һөнәр һайлау нескәлектәрен өйрәнде, тип хәбәр итә  Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Уҡыусылар өсөн “Киләсәк лабораторияһы” интерактив күргәҙмәһен күреү, “Рәсәй – минең тарихым” мультимедиялы тарихи паркында булыу мөмкинлеге лә бар ине. Унда 1300 бала ҡатнашты.

“Киләсәккә билет” – 6 – 11 класс уҡыусылары өсөн һөнәр һайлау буйынса ойошторолған проект. Ул “Мәғариф” милли проектының “Һәр балаланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас