+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2021, 19:12

Етештереүҙе 2,5 тапҡырға арттырған

Учалы районы фермеры Илдус Әхмәҙуллин 2020 йылда 2 миллион 912 мең һум күләмендә “Агростартап” грантын ала. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Етештереүҙе 2,5 тапҡырға арттырған
Етештереүҙе 2,5 тапҡырға арттырған

Учалы районы фермеры Илдус Әхмәҙуллин 2020 йылда 2 миллион 912 мең һум күләмендә “Агростартап” грантын ала.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Был аҡсаға эшҡыуар кәрәкле ҡоролмалар һатып ала. Етештереүҙе яңыртыу уға табышты 2,5 тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирә.

Әхмәҙуллиндың атаһы 90-сы йылдар башында йәшелсә үҫтереү һәм эшкәртеү эшен башлай. Улы атаһының юлын дауам итә. Ул саҡтағы ҡоролмалар иҫкерә, әммә яңыһын алырға сара булмай. Шуға ла фермер “Агростартап” конкурсында ҡатнашырға була.

Бөгөн ул 10 гектар ерҙә 40 тонна кәбеҫтә, 10 тонна һуған, 30 тонна кишер, 30 тонна сөгөрдөр , 50 тонна картуф үҫтерә. Был уңыш йылына 75 мең банка йәшелсәне консерваларға мөмкинлек бирә.

“Агростартап” гранты “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә бирелә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Агростартап” грантын теләгән һәр ауыл эшҡыуарының алырға мөмкинлеге бар. Бының өсөн дөрөҫ итеп ауыл хужалығы проекты төҙөп конкурсҡа тәҡдим итергә кәрәк.

Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: