+7 °С
Облачно
Милли проекттар
3 Декабря 2021, 11:46

Белгән – өйрәтә, белмәгән – өйрәнә

“Альтернатива” пластмасса изделиелар заводында 50 йәште үткән 26 эшсе белемен камиллаштырҙы. Улар хәҙер үҙ эше нескәлектәренә йәш хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтә ала. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Белгән – өйрәтә, белмәгән – өйрәнәБелгән – өйрәтә, белмәгән – өйрәнә
Белгән – өйрәтә, белмәгән – өйрәнә

“Альтернатива” пластмасса изделиелар заводында 50 йәште үткән 26 эшсе белемен камиллаштырҙы. Улар хәҙер үҙ эше нескәлектәренә йәш хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтә ала.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Квалификацияны күтәреү программаһы “Белем биреүсе мастер – эш урынында” тип атала.

Уҡыуҙарҙы БР дәүләт мәшғүллек хеҙмәте уҡыу үҙәге ойошторҙо. Ул “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Программаның маҡсаты – граждандарҙың ҡайһы бер категорияһы мәшғүллегенә булышлыҡ итеү, шул иҫәптән мәшғүллекте һаҡлау. Белем биреү оҫталығы йәше буйынса ғәҙәти эште башҡарыуы ауырлашҡан кешеләргә эшһеҙ ҡалмаҫҡа ярҙам итер, тип көтөлә. Киреһенсә, коллективтың йәш ағзаларына эштең нескәлектәрен өйрәтеү өсөн уларҙың әһәмиәте ҙур.

Фото –  Октябрьский ҡалаһының мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас