+1 °С
Ясна
Милли проекттар
29 Ноябрь 2021, 09:46

Тоҙ ҙа дауалай

Тоҙ бүлмәһендә үткәргән бер көн диңгеҙҙәге өс көнгә тиң, тиҙәр. Тиҙҙән Асҡын районы халҡы бының дөрөҫлөгөн тикшереп ҡарай алыр. “Батыр” физкультура-спорт комплексында тоҙ бүлмәһе барлыҡҡа килә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Тоҙ ҙа дауалайТоҙ ҙа дауалай
Тоҙ ҙа дауалай

Тоҙ бүлмәһендә үткәргән бер көн диңгеҙҙәге өс көнгә тиң, тиҙәр. Тиҙҙән Асҡын районы халҡы бының дөрөҫлөгөн тикшереп ҡарай алыр. “Батыр” физкультура-спорт комплексында тоҙ бүлмәһе барлыҡҡа килә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Тоҙ бүлмәһе – алыҫҡа китмәй генә иммунитетты нығытырға мөмкинлек ул. Бында килеү барыһына ла файҙалы булыр, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Тоҙ бүлмәһе  “Ысын эштәр” программаһы буйынса, “Демография” милли проекты сиктәрендә булдырыла.

Физкультура-спорт комплексы етәкселеге заман менән бергә атлай, асҡындарҙың һаулығын һаҡлау өсөн бар шарттарҙы булдырырға тырыша. Бында ике бассейн, душ, футбол, волейбол өсөн спорт залы, тренажер залдары бар. Директор Илһам Нурмөхәмәтов бының менән генә туҡтап ҡалмаясаҡтарын белдерә. “Идеялар күп, шуларҙың береһе – яңы заманса тренажерҙар менән йыһазландырыу. Был йәһәттән эштәр башланды ла инде”, – ти ул.

Фото – Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас