+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ноябрь 2021, 14:33

Йүнселдәр өсөн

Быйыл “Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн ҙур уйын” белем биреү проектында башлыса үҙмәшғүлдәр ҡатнаша. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Йүнселдәр өсөн
Йүнселдәр өсөн

Быйыл “Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн ҙур уйын” белем биреү проектында башлыса үҙмәшғүлдәр ҡатнаша.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Программаға Башҡортостанда теркәлгән һәм республикала эшмәкәрлек алып барған граждандар саҡырыла.

Уйын бизнес алып барыу өсөн практик оҫталыҡ булдырыуға ярҙам итә. Сара ике этаптан тора. Һайлап алыу осоронда воркшоптар, оҫталыҡ дәрестәре, бизнес-тренингтар үткәрелә. Икенсе турға үткән 30 кеше үҙ бизнес-проекты буйынса эшләй.

Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла, шулай уҡ инвесторҙар менән осрашыу мөмкинлеге ала.

Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

 “Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн ҙур уйын” белем биреү проектында ҡатнашыу түләүһеҙ. Түбәндәге һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин: һылтанма. Белешмәләр өсөн телефон: + 7 (347) 224-99-99.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: