+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь 2021, 14:35

Бишҡурайҙар – спорт яҡлы

Туймазы районының Бишҡурай ауылы халҡы саф һауала үткәрелгән “Сәләмәт йәшәү рәүеше – оҙон ғүмерлеккә юл” спорт сараһында әүҙем ҡатнашты. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Бишҡурайҙар – спорт яҡлы
Бишҡурайҙар – спорт яҡлы

Туймазы районының Бишҡурай ауылы халҡы саф һауала үткәрелгән “Сәләмәт йәшәү рәүеше – оҙон ғүмерлеккә юл” спорт сараһында әүҙем ҡатнашты.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Сәғәт ярым ваҡыт эсендә йәйәү биш саҡрым юл үттеләр. Йәйәү йөрөү, саңғыла йүгереү, ысынлап та, кәйефте күтәрә, дәрт бирә, ғүмерҙе оҙонайта – сәләмәт йәшәү рәүеше алып барғандар быға торған һайын нығыраҡ ышана, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Скандинавса йөрөү иһә йөрәк һәм ҡан тамырҙарын нығыта. Саф һауала аралашыу көсөргәнеште кәметә, күңелде күтәрә. “Бары спорт менән шөғөлләнеп һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барып ҡына оҙон ғүмерле булып була”, – ти Сәлимә Әхмәтйәнова.

Сара Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлек йылы һәм “Айыҡ ауыл – 2021” республика проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Фото – Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: