

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында ике коворкинг үҙәге асылды. Уларҙы булдырыуға һәм үҫтереүгә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү буйынса муниципаль программа сиктәрендә аҡса бүленде.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Балта” кәсеп коворкинг үҙәген эшҡыуар Рәмил Билалов асты. Бында балта оҫталары, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүселәр эшләй.
Лилиә Биксимбәтованың “Адель” көнкүреш коворкинг үҙәге – сәс ҡырҡыусылар, тырнаҡ буяусылар, кейем тегеүселәр, аяҡ кейеме йүнәтеүселәр, асҡыс эшләүселәр, көнкүреш һәм компьютер техникаһы ремонтлаусылар өсөн. Бында шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре өсөн бүлмә, ял итеү һәм туҡланыу зонадары ла ҡаралған.
– Ике йыл эсендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы ултырыштарҙа 90-дан ашыу проект ҡаралды, уларҙың 16-һы тормошҡа ашырылды. Улар иҫәбенә әлеге проекттар ҙа инә. Был объекттарҙы асыуға дөйөм алғанда биш миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы бүленде, – ти Хәйбулла районы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов.
Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.