+14 °С
Облачно
Милли проекттар
23 Ноября 2021, 04:25

Ағас ултыртыу эштәре быйылға тамам

Башҡортостанда урманды тергеҙеү, үрсетеү буйынса системалы эш алып барыла. Республика “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Проекттың төп бурыстарының береһе – урман тергеҙеү майҙанын арттырыу. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ағас ултыртыу эштәре быйылға тамамАғас ултыртыу эштәре быйылға тамам
Ағас ултыртыу эштәре быйылға тамам

Башҡортостанда урманды тергеҙеү, үрсетеү буйынса системалы эш алып барыла. Республика “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Проекттың төп бурыстарының береһе – урман тергеҙеү майҙанын арттырыу.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2021 йылда республика биләмәһендә урманды тергеҙеү эштәре 14,1 мең гектар ерҙә алып барыла. Урман үрсетеү 0,2 мең гектар майҙанда башҡарыла. Урман ултыртыу эше 6,7 мең гектар майҙанда тормошҡа ашырылған. 7,1 гектар ерҙә урмандың тәбиғи үҫеүенә булышлыҡ ителгән.

Урман тергеҙеү буйынса Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә етенсе урынды биләй, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

БР Урман хужалығы министрлығы район һәм ҡала хакимиәттәре, ҙур предприятиелар һәм ойошмалар менән бергә урманды тергеҙеү буйынса экологик акциялар үткәрҙе. Республикала “Йәшел Башҡортостан” проекты, “Еңеү баҡсаһы”, “Хәтер урманы”, “Геройҙар аллеяһы”, “Тормош ағасы”, “Урманды һаҡлайыҡ”, “Ағасыңды ултырт” акциялары тормошҡа ашырылды.

Фото – БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас