+23 °С
Ясно
Милли проекттар
22 Ноября 2021, 09:30

Түбәләре бейек, тәҙрәләре ҙур...

Октябрьский ҡалаһында 24 йәш кешегә яңы фатир асҡысы тапшырылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Түбәләре бейек, тәҙрәләре ҙур...Түбәләре бейек, тәҙрәләре ҙур...
Түбәләре бейек, тәҙрәләре ҙур...

Октябрьский ҡалаһында 24 йәш кешегә яңы фатир асҡысы тапшырылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған  балаларҙы тәьмин итеү буйынса урындағы үҙидаралыҡ органдарына тапшырылған дәүләт вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡала хакимиәте Рәхимйән Насиров урамындағы 4-се йорттан һәм Чапаев урамындағы 28-се йорттан фатирҙар алды, тип хәбәр итә  Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Йорттар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.

Йорт туйлаусыларға асҡыс тапшырып, ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Михаил Черкашнев йәштәрҙе ҡотланы һәм яңы йорттарҙа татыу йәшәүҙәрен, ғаиләләр ҡороуҙарын, балалар үҫтереүҙәрен теләне. Яңы биҫтәлә мәктәп һәм балалар баҡсаһына урын әҙерләнеүе, әле проект өҫтөндә эш барыуы хаҡында хәбәр итте. Шулай уҡ бында асфальт юлдар һәм тротуарҙар һалыу, йәшелләндереү эштәре, магазиндар асыу ҡаралған.

“Яңы йорт ғәҙәти булмаған проект буйынса төҙөлгән. Түбәләре бейек, тәҙрәләре ҙур, ихатаһы ябыҡ, өйгә ихатанан да, урамдан да инеп була, ҡайһы бер фатирҙарға урамдан туранан-тура инеү урыны ҡаралған. Был йортта бәхет оялаһын, һәр фатирҙа балалар көлөүе яңғыраһын, яңы йылға шыршы биҙәлһен, бәлештәр бешһен һәм киләсәккә пландар ҡоролһон, күршеләр татыу йәшәһен”, – тип яҙа ҡала хакимиәте башлығы Андрей Шмелев үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә.

Фото –  Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас