

Учалы ҡалаһы уҡыу йорттарында белем алыусылар төрлө һөнәр нескәлектәре менән танышты.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Тау сәнәғәте колледжында информатика уҡытыусыһы Нәзирә Ғәйфуллина етәкселеге аҫтында “Программалау” йүнәлеше буйынса һөнәри дәрестәр үтте. Уҡыусылар Pascal ABC.net программаһы буйынса эшләне. “Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә күп уҡыусылар һөнәрен ошо йүнәлеш менән бәйләргә теләк белдерҙе. Ҡайһы берәүҙәргә программалау ауыр тойолһа ла, уҡыусылар эштәрҙе тырышып башҡарҙы”, – тип бүлешә педагог-навигатор Марат Хафизов.
“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” проекты сиктәрендә 5-се мәктәп уҡыусылары “БРУ машинисы” йүнәлеше менән танышты. Улар быраулау нескәлектәрен өйрәнде. Шулай уҡ уҡыусылар электромонтер һөнәре менән танышты.
1-се лицей уҡыусылары “Ашнаҡсы эше” компетенцияһы буйынса Яна Самойлова менән шоколадлы панкейк әҙерләне.