+6 °С
Ясно
Милли проекттар
18 Ноября 2021, 06:40

Олимпиада дауам итә

1 ноябрҙә башланған “Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы 28 ноябргәсә оҙайтылды. Был ярыштың бик популяр һәм юғары социаль әһәмиәткә эйә булыуына бәйле, тип аңлата ойоштороусылар. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Олимпиада дауам итәОлимпиада дауам итә
Олимпиада дауам итә

1 ноябрҙә башланған “Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы 28 ноябргәсә оҙайтылды. Был ярыштың бик популяр һәм юғары социаль әһәмиәткә эйә булыуына бәйле, тип аңлата ойоштороусылар.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Әле “Хәүефһеҙ юлдар” олимпиадаһында 1 – 9 кластарҙа уҡыусы 2,6 миллион бала ҡатнашҡан, тип белдерә Федераль юл агентлығының “ИНФОРМАВТОДОР” Автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы.

“Хәүефһеҙ юлдар” онлайн-олимпиадаһы икенсе йыл үткәрелә. Уны ойоштороусылар –  Рәсәйҙең  транспорт, эске эштәр, мәғариф министрлыҡтары,  шулай уҡ “Милли өҫтөнлөктәр” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы.

“Хәүефһеҙ  юлдар” милли проекты ярҙамында үткәрелгән олимпиадала ҡатнашыу өсөн Учи.ру онлайн-платформаһында теркәлергә, шунан шәхси кабинеттан олимпиаданың битенә күсергә кәрәк: (https://olympiads.uchi.ru/olymp/roads/  ) .

Фото – Федераль юл агентлығының “ИНФОРМАВТОДОР” Автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас