+13 °С
Облачно
Милли проекттар
18 Ноября 2021, 06:43

Эшҡыуарҙар арта

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы бөгөн Волга яны федераль округы субъекттары араһында – 3-сө, Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында 11-се урынды биләй. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Эшҡыуарҙар артаЭшҡыуарҙар арта
Эшҡыуарҙар арта

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы бөгөн Волга яны федераль округы субъекттары араһында – 3-сө, Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында 11-се урынды биләй.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестры мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда 2021 йылдың 10 ноябренә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 124,4 мең берәмек тәшкил итә. Был үткән йылдың ошо ваҡытына ҡарағанда 3,2 мең берәмеккә артығыраҡ, тип белдерә  БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

– Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны артыуын күҙәтәбеҙ. Үҫеш ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа бара. Быға күп осраҡта “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы булышлыҡ итә, – тип билдәләй  БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Нияз Фазылов.

Эшҡыуарҙарға федераль һәм төбәк ярҙам саралары хаҡында “Минең бизнесым” үҙәге офистарында белергә була. Бәйләнеш өсөн телефон: +7(347)224-99-99.

Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас