+19 °С
Облачно
Милли проекттар
17 Ноября 2021, 12:08

“Өйҙәгеләй рәхәт, ҡунаҡтағылай тәмле”

Шулай ти Нуриман районы үҙәгендә урынлашҡан “Айгөл” кафеһында һыйланғандан һуң барыһы ла. Кафе хужабикәһе, шәхси эшҡыуар Айгөл Камалова быйыл ҡуртымға алыу һәм коммуналь түләүҙәргә киткән сығымының бер өлөшөн ҡаплауға дәүләттән ярҙам алды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

“Өйҙәгеләй рәхәт, ҡунаҡтағылай тәмле”“Өйҙәгеләй рәхәт, ҡунаҡтағылай тәмле”
“Өйҙәгеләй рәхәт, ҡунаҡтағылай тәмле”

Шулай ти Нуриман районы үҙәгендә урынлашҡан “Айгөл” кафеһында һыйланғандан һуң барыһы ла. Кафе хужабикәһе, шәхси эшҡыуар Айгөл Камалова быйыл ҡуртымға алыу һәм коммуналь түләүҙәргә киткән сығымының бер өлөшөн ҡаплауға дәүләттән ярҙам алды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

   

Кафела өйҙәгесә йылы мөхит хөкөм һөрә. Яңы бешкән икмәк еҫе ҡаршы ала, ризыҡтарҙың төрлөлөгө хайран итә.

Бизнес өсөн еңел булмаған осорҙа эшҡыуарҙарға “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ярҙам күрһәтелә, тип хәбәр итә  Нуриман районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 “Айгөлдөң көсө, дәрте ташып тора. Был ауыр заманда ул һаман үҫешергә ынтыла. Кафе менән бер бинала урынлашҡан ҡунаҡхананы яңыртырға ниәтләнә. Шул рәүешле яҡшы, сифатлы юл буйы хеҙмәтләндереүе объекты барлыҡҡа килер”, – ти райондың бизнес-шерифы Венера Әхиәрова.

Фото – Нуриман районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас