

Өфөлә туғыҙ парк һәм скверҙа төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе Эдуард Нагаев хәбәр итте.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ эргәһендәге, “Студент”, Н. Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбе алдындағы, Совет майҙанындағы скверҙарҙы төҙөкләндереү барышында эскәмйәләр ҡуйылған, биләмә яҡтыртылған һәм йәшелләндерелгән, гранит плитәһе түшәлгән. Совет майҙанындағы төҫлө музыкаль фонтан һәр кемде үҙенә тартып тора. Һыу картинаһын тыуҙырыу өсөн 292 форсунка ҡулланылған.
Октябрь районында “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Р. Зорге урамындағы 44-се йорт эргәһендә сквер барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ 130-сы мәктәп янында “Ҡоштар” скверы булдырыла.
Ленин районында “Тулҡын” паркында төҙөкләндереү дауам итә, ә Киров районындғы “Көньяҡ” паркында эштәр тамамланып килә.
Дөйөм алғанда, 2021 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында төҙөкләндерелгән йәмәғәт урындарының дөйөм майҙаны 7,4 гектар тәшкил итә, тип белдерә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.