

“Башавтотранс” ойошмаһы “ВекторНекст” маркалы автобустарҙы техник хеҙмәтләндереү эшен өс тапҡырға тиҙләтте.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Быға “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыу булышлыҡ итте. Был хаҡта БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
– Милли проект сиктәрендә БР хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге предприятиеларға һаҡсыл етештереү методикаһы буйынса етештереү барышын көйләргә һәм хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтергә ярҙам итә. Былар барыһы ла етештереү һөҙөмтәһен арттырырға, продукцияның сифатын һәм конкурентлығын күтәрергә булышлыҡ итә, – тип билдәләй иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Уҡыу барышында хеҙмәткәрҙәр проблемаларҙы асыҡланы, мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын эҙләне.
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы – Башҡортостандың ҙур транспорт комплексы. Уның составына республика буйынса 20 филиал, 28 транспорт колоннаһы, 19 автовокзал, 1 автостанция инә.
Фото – БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.