

Өфө ҡалаһының Киров районында тағы бер ихатала сүп-сарҙы айырым йыйыуға ҡушылдылар.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
– Сүп-сарҙы айырым йыйыу тураһында ҡарарҙы дөйөм йыйылышта ҡабул иттек. Беҙҙең йортта йәшәүселәр быға әҙер. Элек эшкәртеү өсөн сүпте тапшырырға гипермаркеттарға бара торғайныҡ. Һәр кем үҙе был аҙымды эшләй ала. Пластик шешәне, быяланы,ҡағыҙҙы аыйрым сүп һауытына ташлау өсөн артыҡ көс түгергә кәрәкмәй, әммә тирә-яҡ мөхиткә ни тиклем файҙа килтерәбеҙ, – ти Эльза Сәйфуллина.
“Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” төбәк операторы эшмәкәрлегенә ҡараған зонала ҡаты коммуналь ҡалдыҡты айырым йыйыу әүҙем үҫешә. 300 майҙанда 857 махсус евроконтейнер ҡулланыла, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте. Төбәк операторы тарафынан көн һайын 5 автомобилдә 29 маршрут буйынса быяла, пластик һәм ҡағыҙ сығарыла. 2022 йылда ойошма сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн 120 контейнер майҙанын сафҡа индерергә ниәтләй.
Сүп-сарҙы айырым йыйыу тулыһынса “Экология” милли проекты маҡсаттарына тап килә һәм граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереүгә бәйле бурыстарҙы атҡарыуға йүнәлтелгән.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.