+16 °С
Облачно
Милли проекттар
15 Ноября 2021, 06:17

Ҡала яңыра

Дәүләкән ҡалаһында үҙәк паркты төҙөкләндереүҙең беренсе этабы тамамланырға тора. Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи торамаларҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекттары конкурсында еңеп сыҡҡан проект федераль, республика, урындағы бюджеттар иҫәбенә тормошҡа ашырыла. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ҡала яңыраҠала яңыра
Ҡала яңыра

Дәүләкән ҡалаһында үҙәк паркты төҙөкләндереүҙең беренсе этабы тамамланырға тора. Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи торамаларҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекттары конкурсында еңеп сыҡҡан проект федераль, республика, урындағы бюджеттар иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Яңыртыу эштәре 2021 йылда башлана. Ҡыҙыл майҙан, Мәжит Ғафури, Еңеү урамдарында велосипедсылар өсөн юлдар, тротуарҙар барлыҡҡа килгән, асфальт ҡатламы алмаштырылған, үҫентеләр ултыртылған, заманса туҡталыш павильоны ҡуйылған. Дим буйында эштәр дауам итә. Тиҙҙән яр буйында ял итеү урыны булдырыу ҡаралған. Эскәмйәләр ҡуйыу, яҡтыртыу ҙа планлаштырылған, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Үҙәк паркта эштәрҙең икенсе этабында юлдарҙы асфальтлау, спорт майҙансығы, урам тренажерҙары ҡуйыу ниәтләнә. Асыҡ һауала саралар үткәреү өсөн амфитеатр, сәхнә ҡаралған.

Фото –  БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас