

Хәйбулла районының Өфө ауылында асылған балалар автоҡаласығында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнәләр.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Проект “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автоҡаласыҡ майҙаны ҡала урамын хәтерләтә. Унда юл билдәләре, светофорҙар ҡуйылған. Дәрестәргә уҡыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре килә. Ысынбарлыҡҡа тап килтереп эшләнгән автоҡаласыҡтарҙа уйнау балаларҙың ғүмеренә һәм һаулығына зыян килтермәй, бында шөғөлләнеү – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнеүҙең иң һөҙөмтәле юлы, ти белгестәр.
Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.