+15 °С
Облачно
Милли проекттар
12 Ноября 2021, 09:20

Автопарк яңыра

Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү өлкәһендә инфраструктура үҫешә. Яңы евроконтейнерҙар алына, сүп-сарҙы айырыу комплекстары төҙөлә, юлдарға заманса сүп-сар ташыу машиналары сыға. “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” ойошмаһы  автотранспорт техникаһы паркын әүҙем тулыландыра. Төбәк операторы “МАЗ” автомобиле нигеҙендә төҙөлгән биш сүп-сар ташыу машинаһы алды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Автопарк яңыраАвтопарк яңыра
Автопарк яңыра

Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү өлкәһендә инфраструктура үҫешә. Яңы евроконтейнерҙар алына, сүп-сарҙы айырыу комплекстары төҙөлә, юлдарға заманса сүп-сар ташыу машиналары сыға.

“Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” ойошмаһы  автотранспорт техникаһы паркын әүҙем тулыландыра. Төбәк операторы “МАЗ” автомобиле нигеҙендә төҙөлгән биш сүп-сар ташыу машинаһы алды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Бөгөнгө көндә төбәк операторҙары паркында 800-ҙән ашыу техника берәмеге иҫәпләнә, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте..

Республика  ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү буйынса төбәк операторҙарына ярҙам күрһәтә. Һуңғы ике йылда улар 76 техника берәмеге өсөн 50-шәр миллион һум субсидия алған. Үткән йылда “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты сиктәрендә төбәк операторҙарына 341 миллион һум ярҙам бүленгән.

Фото –  БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас