+2 °С
Облачно
Милли проекттар
11 Ноября 2021, 07:10

Мәҙәниәт усаҡтары яңыра

Федоровка район мәҙәниәт йортонда реконструкция эштәре башланды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәҙәниәт усаҡтары яңыраМәҙәниәт усаҡтары яңыра
Мәҙәниәт усаҡтары яңыра

Федоровка район мәҙәниәт йортонда реконструкция эштәре башланды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 370 урынлыҡ концерт залы, бинаның ҡыйығы, йөҙө яңыртыла, эске һәм тышҡы инженер системалары ремонтлана, заманса сәхнә, яҡтыртыу, тауыш һәм технология ҡоролмалары ҡуйыла, кабинеттар йыһазландырыла, тип хәбәр итә Федоровка районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарылған реконструкция эштәре өс йылға иҫәпләнгән. Быйыл уға 41 миллион һум аҡса бүленгән. Барыһы 160 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Подрядсы – “Корунд” ойошмаһы.

Әле район мәҙәниәт йорто коллективы ваҡытлыса балалар һәм йәштәр ижадын үҫтереү үҙәгендә эшен дауам итә.

Фото – Федоровка районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас