

Борай районынан Рәмил Әфләх улы Зарипов “Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса конкурста ҡатнашҡан. Әле хужалыҡ грант аҡсаһына 90 баш симменталь тоҡомло һыйыр малы, “Беларус 952.3” тракторы һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар алған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостанда ауыл хужалығы өлкәһендә бөгөн эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн грант алыу программалары эшләп килә. 2021 йылда районыбыҙҙан биш претендент, конкурста еңеп, фермерлыҡ хужалығын үҫтереү өсөн грант алды, тип хәбәр итә Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Зарипов Р.Ә. крәҫтиән фермер хужалығы Яңы Елдәк ауылында эш алып бара. 812 гектар ер эшкәртелә. Хужалыҡта 270 баш эре мөғөҙлө, 62 йылҡы, 440 һарыҡ малы бар. Крәҫтиән-фермер хужалығы тәбиғи продукция етештерә, эшкәртә. Хәләл стандарты буйынса ит ярымфабрикаттары цехы ла уңышлы эшләй. “Борай фермеры” бренды аҫтында 40-тан ашыу төрлө ит ярымфабрикаттары, һөт продукцияһы, икмәк, бал, ит һәм башҡа аҙыҡ-түлек етештерелә. 18 кешегә даими эш урыны булдырылған.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектында ҡатнашыусы хужалыҡ “Беҙҙең бренд. Халыҡ һайлауы” конкурсында ҡатнаша.
Фото – Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.