+9 °С
Облачно
Милли проекттар
9 Ноября 2021, 09:45

Сәләмәт йәшәү рәүеше – модала

Ғафури районында “Тубырсыҡтар”заманса экокомплексы барлыҡҡа килә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәләмәт йәшәү рәүеше – модалаСәләмәт йәшәү рәүеше – модала
Сәләмәт йәшәү рәүеше – модала

Ғафури районында “Тубырсыҡтар”заманса экокомплексы барлыҡҡа килә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Ул Красноусол ауылы уртаһында, “Йәшлек” мәҙәниәт һәм ял паркы янында урынлаша.

Экокомплекс туристар һәм эш сәфәре менән килеүселәр өсөн 4 – 8 кешелек ҡунаҡ йорттарынан торасаҡ. Шулай уҡ биләмәһендә 50 кеше һыйҙырышлы конференциялар залы, мини-хостелы булған ике ҡатлы йорт, ике мунса, сувенирҙар һатыу, гриль бешереү урыны ла ҡаралған. Бында сәләмәт йәшәү рәүешенә арналған саралар үткәреү планлаштырыла.

Проект 2020 йылда Туризм буйынса федераль агентлыҡтың “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты буйынса субсидия конкурсы еңеүселәренә ингән, тип белдерә Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Экокомплекс төҙөү өсөн эшҡыуарҙар  2,97 миллион һум грант аҡсаһына ике миллион һумдан ашыу аҡса өҫтәргә ниәтләнә.  

“Тубырсыҡтар” йыл әйләнәһенә туристар ҡабул итеүгә иҫәпләнә.

Фото – Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас