+15 °С
Облачно
Милли проекттар
8 Ноября 2021, 09:06

Хәләл әйберҙәр етештереүселәргә

Хәләл ризыҡ етештереүҙәге мәсьәләләргә һәм уның үҫешенә арналған вебинарға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йүнселдәре саҡырыла. Сара 11 ноябрҙә 15.00 сәғәттә үтә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Хәләл әйберҙәр етештереүселәргәХәләл әйберҙәр етештереүселәргә
Хәләл әйберҙәр етештереүселәргә

Хәләл ризыҡ етештереүҙәге мәсьәләләргә һәм уның үҫешенә арналған вебинарға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йүнселдәре саҡырыла.

Сара 11 ноябрҙә 15.00 сәғәттә үтә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

– Хәләл ризыҡты мосолмандар ғына түгел, башҡа дин тотоусылар ҙа үҙ итә, сөнки ул – тикшереүҙәр аша үткән, сифатлы ризыҡ. Хәләл индустрияһының үҫеше Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Бөгөн “хәләл” стандарты буйынса аҙыҡ-түлек тә, көнкүреш химияһы ла, косметика ла, кейем дә сығарыла, – ти тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Вебинар барышында хәләл индустрияһының Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә үҫеше, илдә ниндәй хәләл әйберҙәр етештерелеүе, экспорт мөмкинлеге һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала, тип белдерә БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Сараның спикеры – Рәсәйҙең Азия өлөшө мосолмандары диниә назараты мөфтөйө урынбаҫары, хәләл департаменты етәксеһе, дини туҡланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Алимжан Ғәлиев.

Сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола.

Вебинарҙа ҡатнашыу өсөн ғариза тултырырға кәрәк. Компанияның атамаһы, ИНН, бәйләнеш алып барыусы кешенең исем-фамилияһы күрһәтелгән хатты, “Халяль в пищевой промышленнсти” тип билдәләп, ошо электрон адресҡа ебәрергә мөмкин: zarina.zinnurova@yandex.ru

Фото – БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас