+13 °С
Облачно
Милли проекттар
4 Ноября 2021, 06:50

Аҡъярҙа – заманса кино залы

Тиҙҙән Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы халҡы 3D форматында фильмдар ҡарай ала. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Аҡъярҙа – заманса кино залыАҡъярҙа – заманса кино залы
Аҡъярҙа – заманса кино залы

Тиҙҙән Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы халҡы 3D форматында фильмдар ҡарай ала.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Әле Аҡъяр тау колледжының 2-се корпусында тантаналар залында монтаж һәм йыһазландырыу эштәре бара. Бында 6Х2,9 метрлыҡ экран, лазер проекцияһы ҡорамалы, заманса тауыш системаһы ҡуйыла. 50 урынлыҡ кино залына уңайлы кәнәфиҙәр урынлаштырыла.

Тәүге фильмды декабрҙә күрһәтеү планлаштырыла, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Тамашасылар бик ҡәнәғәт ҡалыр, тип уйлайым, сөнки ҙур кино залдарындағыса заманса ҡоролмалар ҡуйыла. Кино залы асылыуы ҙур байрамға әйләнер”, – ти Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас