

Рәсәй Йәштәр союзы Ойоштороусылар һәм тренерҙар мәктәбе аса. Мәктәптә уҡыу түләүһеҙ.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Проектта 16 – 35 йәшлектәр ҡатнаша ала.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолған мәктәптә уҡыу дүрт аҙна дауам итә. Буласаҡ ойоштороусылар – сара үткәрергә, тренерҙар авторлыҡ белем биреү продукты булдырырға өйрәнә, тип хәбәр итә БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Проект юғары уҡыу йортонда, ҡалала һәм төбәктә студент һәм йәштәр белем биреү саралары ойоштороусылар, яңы эш башлаған тренерҙар өсөн файҙалы булыр, ти ойоштороусылар.
Белем биреү проектында ҡатнашыу өсөн 7 ноябргә тиклем ошо һылтанма буйынса ғариза ҡалдырырға кәрәк: https://forms.gle/wH3LJVFgDuPuKNMJA.
Фото – БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.