+23 °С
Ясно
Милли проекттар
1 Ноября 2021, 10:14

Уңғандарға уңыш йылмая

Дүрт бала тәрбиәләгән әсә мебель етештерә. Ике салон һәм мебель етештереү буйынса цехты берләштергән “Мебель-мастер” ойошмаһы Бәләбәй ҡалаһы халҡын йорт йыһазы менән тәьмин итеүҙе төп бурысы итеп алған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Уңғандарға уңыш йылмаяУңғандарға уңыш йылмая
Уңғандарға уңыш йылмая

Дүрт бала тәрбиәләгән әсә мебель етештерә. Ике салон һәм мебель етештереү буйынса цехты берләштергән “Мебель-мастер” ойошмаһы Бәләбәй ҡалаһы халҡын йорт йыһазы менән тәьмин итеүҙе төп бурысы итеп алған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Вера Ивановна Шәнгәрәева 2013 йылдан алып эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

– Белемем буйынса мин – төҙөүсе, Ырымбур дәүләт университетын тамамланым. Бер нисә йыл тормош иптәшем менән Өфөлә йәшәнек. Ул мебель йыйҙы, мин уның эш урынына йыш килә торғайным. Иптәшем барыһын күрһәтте, өйрәтте, был эшкә ҡыҙыҡһыныуым уянды. Артабан мебель салонына менеджер булып эшкә урынлаштым. 2009 йылда Бәләбәй ҡалаһына күсеп китергә булдыҡ. Урындағы мебель салонына менеджер булып барҙым. Ә 2013 йылда беҙгә был бизнесты һатып алырға тәҡдим иттеләр, – тип һөйләй эшҡыуар ҡатын.

Шәнгәрәевтар өсөн был эш – аҡса табыу юлы ғына түгел, яратҡан шөғөлдәре булып тора. Марат Вәкил улы етештереүҙе ойоштора. Вера Ивановна тауарҙы һатыу менән шөғөлләнә. Балалар ҙа ғаилә эшендә ҡатнаша, ата-әсәһенә ярҙамлаша.

2021 йылда шәхси эшҡыуар “Мебель етештереү” инвестиция проекты менән “Белебей” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе (ТОСЭР) резиденттары ресстрына индерелә. Инвестиция проекты “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Проектҡа дөйөм инвестиция 25 миллион һум тәшкил итә, 22 эш урыны булдырыу ҡаралған. ТОСЭР резиденты статусы эшҡыуарға бер ни тиклем һалымдарға льготалар алырға булышлыҡ итә, тип хәбәр итә Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Әле бында 16 эш урыны булдырылған, эшселәргә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнә. Етештереү урыны заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

Фото – Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас