+19 °С
Облачно
Милли проекттар
1 Ноября 2021, 14:53

Икеһенә – 11 алтын миҙал

Ҡариҙел районынан аталы-ҡыҙлы Альзана һәм Альберт Миңлебаевтар Витебск ҡалаһында үткән IV Бөтә донъя гер спорты мастерҙары олимпиадаһынан икеһенә 11 алтын миҙал алып ҡайтҡан. Ярыштарҙа Альберт Миңлеғәли улы менән Альзана һигеҙ олимпия рекорды ҡуйған һәм ете алтын кубок яулаған. Улай ғына түгел, халыҡ-ара класлы спорт мастеры – олимпиаданың абсолют еңеүсеһе, ә уның ҡыҙы абсолют рекордсмен тип танылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Икеһенә – 11 алтын миҙалИкеһенә – 11 алтын миҙал
Икеһенә – 11 алтын миҙал

Ҡариҙел районынан аталы-ҡыҙлы Альзана һәм Альберт Миңлебаевтар Витебск ҡалаһында үткән IV Бөтә донъя гер спорты мастерҙары олимпиадаһынан икеһенә 11 алтын миҙал алып ҡайтҡан.

Ярыштарҙа Альберт Миңлеғәли улы менән Альзана һигеҙ олимпия рекорды ҡуйған һәм ете алтын кубок яулаған. Улай ғына түгел, халыҡ-ара класлы спорт мастеры – олимпиаданың абсолют еңеүсеһе, ә уның ҡыҙы абсолют рекордсмен тип танылған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, яҡташтарыбыҙҙың ҡаҙаныштары ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы ғына түгел, спорт форумын ойоштороусыларҙы ла хайран иткән. Олимпиадала 40 илдән 250 кеше ҡатнашҡан. Улар араһында атҡаҙанған мастерҙар, халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары, донъя чемпиондары һәм рекордсмендары ла бар. Беҙҙең спортсылар, уңышҡа өлгәшеүҙә дүрт йыл буйы үҙҙәрен аямай үткәргән тренировкалар ярҙам иткәндер, тип һанай.

Альберт Миңлеғәли улы 30 йыл инде халыҡ-ара класлы ярыштарҙа ҡатнаша, бер ҡасан да бүләкһеҙ ҡайтҡаны юҡ. Донъяның, Европаның, Евразияның, Азияның, Рәсәйҙең, Белоруссияның күп тапҡыр абсолют чемпионы, Бөтә донъя Олимпия уйындарында 25 тапҡыр чемпион булған, атҡаҙанған тренер, халыҡ-ара категориялы атҡаҙанған судья дүрт тапҡыр Гиннесстың рекордтар китабына ингән (мәҫәлән, 2015 йылда ул бер сәғәттә герҙы 1647 тапҡыр күтәргән). Уның миҙалдары һәм кубоктары иҫәпһеҙ. 56 йәшендә 100-сө тапҡыр донъя чемпионы булған Альберт Миңлебаев әле йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу менән мәшғүл.

Фото – Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас