+7 °С
Ясно
Милли проекттар
28 Октября 2021, 07:22

Байрамдар берләштерә

Дүртөйлө районында Өсбүлә йыйыны үтте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Байрамдар берләштерәБайрамдар берләштерә
Байрамдар берләштерә

Дүртөйлө районында Өсбүлә йыйыны үтте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Сара барышында уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе, ҡул эштәре, китаптар, аш-һыу күргәҙмәһе, концерт ойошторолдо.

Йыйын Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә үтте. Илебеҙ халҡының рухи-әхлаҡи, тарихи һәм милли традицияларын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу “Мәҙәниәт” милли проектының маҡсаттары булып тора, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Районыбыҙҙа үҙенсәлекле мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен онотмаған төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Бындай байрамдар беҙҙе берләштерә, төрлө халыҡтарҙың тарихы, милли ризыҡтары, көнкүреш әйберҙәре менән танышабыҙ, – ти Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.

Фото – Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас