

Башҡортостанда министрлыҡтар вәкилдәренән торған 16 кешелек команда хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү буйынса уҡыуҙар үтә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Уларға Федераль хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар үҙәге тренерҙары белем бирә, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәренә һаҡсыл етештереү оҫталығына өйрәтеү өсөн махсус программа эшләнгән. Тренинг планлаштырыу, етәкселек итеү һәм башҡа оҫталыҡтарҙы камиллаштырыуға йүнәлтелгән, – ти Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Фото – БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.