+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Октябрь 2021, 14:21

Ауыл күркәмләнә

Салауат районының Арҡауыл ауылында парк төҙөкләндерелә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ауыл күркәмләнә
Ауыл күркәмләнә

Салауат районының Арҡауыл ауылында парк төҙөкләндерелә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә башҡарыла, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Программа Рәсәй төбәктәрендә ихата биләмәләрен, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота.

“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһын тормошҡа ашырыу районыбыҙҙа тиҙ арала ихаталарҙы һәм парктарҙы тәртипкә килтерергә мөмкинлек бирҙе. Арҡауыл ауылындағы паркта тротуарҙар, машина ҡуя торған урындар, ял майҙансыҡтары эшләнде. Яҡтыртыу ҡуйылды, спорт һәм балалар майҙансыҡтарына ҡоролмалар, эскәмйәләр һәм сүп һауыттары урынлаштырылды. Майҙансыҡтарҙа хәүефһеҙ резина япмалар йәйелде. Әле сәхнә ҡуйыу, биләмәне йәшеллеккә күмеү буйынса эштәр башҡарыла, – ти Салауат районы хакимиәтенең төҙөлөш, тәьминәт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Айрат Ғилметдинов.

Фото – БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: