

Сираттағы республика “Инвестсәғәте”ндә “Ҡыҙыл шишмә” (“Красный ключ”) заводының генераль директоры Ян Терновский “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Нуриман районындағы эсәр һыу етештереүҙе модернизациялау проектын тәҡдим итте.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Предприятиела әлеге һыуҙы шешәләргә тултырыу линияһын етештереүсәнлеге юғарыраҡ булғанына алмаштырыу, шулай уҡ һыуҙы ҙурыраҡ һауыттарҙа сығарыу ҡарала. Тағы ла энергия алыу өсөн ҡояш панелдәрен ҡулланыу планлаштырыла. Был пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн завод дәүләт ярҙамына дәғүә итә. “Инвестсәғәт”тә ҡатнашыусылар проектты хупланы, тип хәбәр итә Нуриман районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Беҙ “Ҡыҙыл шишмә” (“Красный ключ”) заводын үҫтереү планын хуплайбыҙ. Төп эшмәкәрлегенән тыш, предприятие Нуриман районында ғына түгел, республика буйынса бағыусылыҡ менән дә шөғөлләнә, социаль әһәмиәтле, мәҙәни һәм спорт сараларында ҡатнаша”, – ти Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.
Фото – Нуриман районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.