+15 °С
Облачно
Милли проекттар
22 Октября 2021, 08:02

Тәбиғәтте һаҡлау – бурысыбыҙ

Октябрьский ҡалаһы һунарсылар һәм балыҡсылар ойошмаһы ағзалары ике һыу ятҡылығына балыҡтар һәм ҡыҫалалар ебәрҙе. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Тәбиғәтте һаҡлау – бурысыбыҙТәбиғәтте һаҡлау – бурысыбыҙ
Тәбиғәтте һаҡлау – бурысыбыҙ

Октябрьский ҡалаһы һунарсылар һәм балыҡсылар ойошмаһы ағзалары ике һыу ятҡылығына балыҡтар һәм ҡыҫалалар ебәрҙе.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Мулла карьерына – ике йөҙ баш ҡыҫала, ә Бөресклет хужалығы ауылы быуаһына биш йөҙ һаҙан, табан һәм башҡа төрлө балыҡтар ебәрелде, тип белдерә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Октябрьский ҡалаһы һунарсыларһәм балыҡсылар ойошмаһына ҡараған  биләмәләрҙә балыҡтар ебәреү менән даими шөғөлләнәбеҙ. Сара “Балыҡ тотоу һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлау тураһында” федераль законы һәм РФ Ауыл хужалығы министрлығының “Һыу биологик ресурстарын климатлаштырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу тәртибен раҫлау тураһында” бойороғона ярашлы башҡарыла.  Ҡыҫалаларҙың һәм балыҡтарҙың тейешле ветеринар документы бар, был акваторияға инфекция индермәҫкә ярҙам итә, – тип аңлата Октябрьский ҡалаһы һунарсылар һәм балыҡсылар ойошмаһы егере Геннадий Агапитов.

Сара “Экология” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас