+19 °С
Облачно
Милли проекттар
22 Октября 2021, 07:20

Ҡаялар буйлап – беренселеккә

Стәрлетамаҡ районында, Йөрәктауҙа, альпинизм  буйынса республика чемпионаты үтте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан  

Ҡаялар буйлап – беренселеккәҠаялар буйлап – беренселеккә
Ҡаялар буйлап – беренселеккә

Стәрлетамаҡ районында, Йөрәктауҙа, альпинизм  буйынса республика чемпионаты үтте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан  

 

Чемпионатта 24 спортсы ҡатнашты. Республика спортсыларынан тыш, ярышҡа Һамар, Пермь, Троицк, Магнитогорск, Ырымбур ҡалаларынан да килделәр. Спортсыларға тау стенаһы буйлап 10 трассаны үтергә кәрәк булды, тип хәбәр итә  БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” проекты сиктәрендә ойошторолдо.

“Артта байып барған  ҡояш яна. Ҡаяларҙа үткәргән көн өсөн иҫ киткес матур бүләк. Көн үтте, ҡояш байыны, тиһәк, үҙебеҙ ҙә көтмәҫтән беренсе урында килгәнебеҙҙе белеп ҡыуандыҡ”, – тип бүлешә тойғолары менән чемпионатта ҡатнашыусы Алмас Ғәлиев.

Беренселек һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы командалары өс призлы урынға лайыҡ булды.

Фото – БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас