+21 °С
Облачно
Милли проекттар
21 Октября 2021, 06:42

Уҡытыусылар хөрмәтенә

Бөрйән районы Байғазы ауылында “Уҡытыусылар даны аллеяһы” асылды. Бында 50 төп ағас: шыршы, ҡайын, йүкә, алмағас һәм миләш ултыртылды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Уҡытыусылар хөрмәтенәУҡытыусылар хөрмәтенә
Уҡытыусылар хөрмәтенә

Бөрйән районы Байғазы ауылында “Уҡытыусылар даны аллеяһы” асылды. Бында 50 төп ағас: шыршы, ҡайын, йүкә, алмағас һәм миләш ултыртылды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Аллея асылыуға күп һанлы ҡунаҡтар, шул иҫәптән педагогик хеҙмәт ветерандары һәм уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йыйылды. Биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр йәй буйына барҙы, тип хәбәр итә Бөрйән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Был социаль әһәмиәтле объект – Уҡытыусылар даны аллеяһы – ауылыбыҙҙа белем биреү системаһы инешендә торғандарға ихтирам күрһәткән һәйкәл ул. Башланғысты дауам итеп, һәр мәктәптә педагогтарға бағышланған һәйкәлдәр һәм аллеялар булдырырға саҡырам, – ти Байғазы ауыл хакимиәте башлығы А.Г.Мәжитов.

Аллея “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә булдырылды.

Фото – Бөрйән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас