+18 °С
Дождь
Милли проекттар
21 Октября 2021, 06:49

Һарымһаҡ үҫтереү өсөн грант ал

Балтас районында үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Илдар Сәхипов һарымһаҡ үҫтереү буйынса бизнес-проект тәҡдим итте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Һарымһаҡ үҫтереү өсөн грант алҺарымһаҡ үҫтереү өсөн грант ал
Һарымһаҡ үҫтереү өсөн грант ал

Балтас районында үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Илдар Сәхипов һарымһаҡ үҫтереү буйынса бизнес-проект тәҡдим итте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Әле тракторға тағыла торған һарымһаҡ сәскес эшләнгән, ике гектар ер эшкәртелгән, ике тонна һарымһаҡ ултыртылған. Артабан Илдар Рәшит улы шәхси эшҡыуар булып теркәлеп, эш урындары булдырырға йыйына. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә уға “Агростартап” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим ителде, тип белдерә Балтас районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 “Һарымһаҡтың баҙар хаҡы йыл һайын арта. Был үҫемлек әрһеҙ, төрлө тупраҡта үҫә. Уның өсөн ҡиммәтле йылытмалар һәм башҡа ҡоролмалар төҙөп тороу кәрәкмәй. Бизнесты дөрөҫ ойошторғанда, 1-2 миҙгелдә түккән сығымдың хаҡын ҡайтарып була. Һарымһаҡты колбаса һәм ит деликатестары, ярымфабрикаттар, төрлө составлы тәмләткестәр етештереү өсөн дә алалар”, – ти Балтас районы хакимиәтенең Иҡтисади үҫеш, эшҡыуарлыҡ һәм муниципаль һатып алыуҙар бүлеге етәксеһе Сәлих Имаев.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.

 

Фото – Балтас районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас