

Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты объекттарында эштәр тамамланыу өҫтөндә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Быйыл милли проект аҡсаһына Өфөлә 28 саҡрым автомобиль юлы нормаға килтерелә, был 163 мең квадрат метр асфальт-бетон япмаһын тәшкил итә. Төҙөкләндерелгән объекттарҙа ике мең квадрат метр майҙанда термопластик билдәләр һалына, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
2021 йылда милли проект буйынса 20 юл селтәрендә эштәр планлаштырылған. Уларҙың 11-ендә – ремонт, 4-ендә – капиталь ремонт, 4-ендә – реконструкция, береһендә төҙөлөш эштәре ҡаралған.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш, юл һәм ҡоролмалар ремонты буйынса идаралығы етәксеһе Константин Паппе белдереүенсә, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты объекттарында эштәрҙең 85 – 90 проценты тамамланған.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.