+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Октябрь 2021, 12:10

Һәр ваҡыт булһын ҡояш!

Октябрьский ҡалаһында тиҙҙән “Ҡояшлы” эко-паркы барлыҡҡа килә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Һәр ваҡыт булһын ҡояш!
Һәр ваҡыт булһын ҡояш!

Октябрьский ҡалаһында тиҙҙән “Ҡояшлы” эко-паркы барлыҡҡа килә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Ошо көндәрҙә эко-паркта арт-объект – ҙур мышы һыны ҡуйылды, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Капиталь төҙөлөш идаралығы”ойошмаһы директоры Александр Кузнецов әйтеүенсә, проект сиктәрендә комплекслы төҙөкләндереү бара. Әле яҡтыртыу системаһы ҡуйылған, йәйәүлеләр өсөн юлдар эшләнә.

29-сы микрорайонды ҡала кешеләре тауыш биреү буйынса һайлай. Төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.

Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: