-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Октябрь 2021, 14:19

Ирекмәндәр йыйыла

18 октябрҙә Өфөлә Халыҡ-ара ирекмәндәр лагеры эшен башлай. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ирекмәндәр йыйыла
Ирекмәндәр йыйыла

18 октябрҙә Өфөлә Халыҡ-ара ирекмәндәр лагеры эшен башлай.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Сара 24 октябргә тиклем дауам итә. Лагерҙа 15 илдән ирекмәндәр йыйыла. Спикерҙар – мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһендә белгестәр, мәҙәниәт, ирекмәнлек һәм социомәҙәни проектлау өлкәһендә эксперттар, медиаиндустрия вәкилдәре.

Халыҡ-ара волонтерҙар лагеры эше быйыл ике төрлө форматта бара, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. 21 – 25 сентябрҙә 200 ирекмән онлайн рәүештә Халыҡ-ара мәҙәниәт волонтерҙары берләшмәһенең үҫеш концепцияһын эшләне.

Ирекмәндәр лагеры “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәниәт волонтерҙары” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшләй.

Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: