+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Октябрь 2021, 11:54

Заманса ял урыны

Ғафури районында тағы бер йәмәғәт урыны төҙөкләндерелде. Красноусол ауылының Коммунистар урамында аллея асылды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Заманса ял урыны
Заманса ял урыны

Ғафури районында тағы бер йәмәғәт урыны төҙөкләндерелде. Красноусол ауылының Коммунистар урамында аллея асылды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

– Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауыл уртаһындағы күҙгә ташланып бармаған был ер заманса, уңайлы урынға әүерелде. Бында балалар һәм спорт майҙансығы, парк та бар. Яңы ял урыны барыһын үҙенә тартып торған матур үҙәк булһын, – ти Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.

Тротуар таштарынан ҡурай рәүешендә һуҡмаҡтар түшәлгән. Эскәмйәләр, арт-объект, видеокүҙәтеү ҡуйылған, фонтан ебәрелгән, заманса яҡтыртыу ойошторолған.

Төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарылды, тип хәбәр итә Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото – Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: