+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Октябрь 2021, 12:38

Ҡулдарында – фатир асҡысы

Благовещен ҡалаһында яңы фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы үтте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ҡулдарында – фатир асҡысы
Ҡулдарында – фатир асҡысы

Благовещен ҡалаһында яңы фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы үтте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Республиканың Торлаҡ төҙөлөшө фонды күп ҡатлы йорт төҙөү эшен 2008 йылда башлай. Бер секцияның – алты, икенсе секцияның ике ҡаты төҙөлгәс, финанс көрсөгө арҡаһында эш туҡтап ҡала. 2020 йылда Торлаҡ төҙөлөшө фонды техник экспертиза үткәрә һәм проект документацияһына төҙәтмәләр индерә. Район хакимиәте төҙөлөшкә рөхсәт биргәндән һуң төҙөлөш эштәре яңыртылды, тип хәбәр итә БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Проектҡа ярашлы, объекттың дөйөм майҙаны – ете мең квадрат метрҙан ашыу. Дүрт секцияның һәр береһендә туғыҙар ҡат төҙөү ҡаралған. Әле дүрт секцияның икеһе тапшырылған, ҡалған икеһендә эштәр дауам итә.

Фото – БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: