+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Октябрь 2021, 11:01

Һаулыҡ һағында

Йылайыр районының Сәләх ауылында фельдшер-акушер пункты төҙөлә башланы. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Һаулыҡ һағында
Һаулыҡ һағында

Йылайыр районының Сәләх ауылында фельдшер-акушер пункты төҙөлә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фельдшер-акушер пункты Сәләх, Ҡәнзәфәр, Новопреображенский ауылдарын хеҙмәтләндерә. Был ауылдарҙа 250 кеше йәшәй, уларҙың 55-е – балалар, – ти Йылайыр район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов.

Тулыһынса йыһазландырылған ФАП-та Гүзәл Солтанова эшләй.

 ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте..

2021 йылда республика райондарында ике поликлиника, ике ауыл табип амбулаторияһы, һигеҙ капиталь һәм 73 модулле ФАП төҙөү ҡаралған.

Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: